Закрыть

Подслушано Деревная

Подслушано Деревная. Подслушано по городам в городе Деревная - свежие истории, откровения и сплетни про Деревная вы можете подслушать про Деревная прямо сейчас!

ҠАЙЫН ҺАҒЫШЫ. Тау башында үҫкән бөҙ...

ҠАЙЫН ҺАҒЫШЫ. Тау башында үҫкән бөҙрә ҡайын Япраҡтары ергә эйелгән. Ап -аҡ ҡайын,япа -яңғыҙ ҡайын, Күҙ йәштәрен әллә йәшергән? Нимә булды һиңә ,ҡайынҡайым, Күңелдәрең ниңә бик бойоҡ? Рәнйеттеме берәү күңелеңде, Йәндәреңдә ниңә тынғы юҡ? Яуап бирҙе миңә бөҙрә ҡайын: Яңғыҙлыҡтар өтә бәғерҙе. Һәр йыл,һары көҙҙәр еткән һайын, Әсе һағыш баҫа йәнемде. Ҡайғырмайыҡ,дуҫым,килер яҙҙар, Йәшеллеккә күмеп донъяны. Яҙҙар менән бергә һөйөү килер, Дөрләп яныр хистәр ялҡыны. Зинфира Абдульманова.

ҺИН КИЛМӘНЕҢ. Муйыл гөрләп сәскә ат...

ҺИН КИЛМӘНЕҢ. Муйыл гөрләп сәскә атҡан саҡта, Күҙҙәремә тултырып ҡараның. Ҡулдарымды алдың ҡулдарыңа, Һөйәм һине тине ҡарашың. Ап -аҡ ҡына муйыл сәскәһендәй, Бәхеттәргә генә уралдым. Һөйөүебеҙ сәскә ғүмерендәй Ҡыҫҡа булды,түгелеп иланым. Бер -бер артлы күпме йылдар үтте, Һин килмәнең,көттөм өҙөлөп. Йөрәгемә ауыр яра һалып, Киттең һағыштарҙа ҡалдырып. Килмәнең һин,йәнем,килмәнең һин Һағынамын һине,өҙөлөп. Бер күрешһәк,хистәремде һөйләп, Илар инем ярһып,түгелеп. Зинфира Абдульманова.

Ҡайҙа һин,бала сағым? Ҡайҙа китте ...

Ҡайҙа һин,бала сағым? Ҡайҙа китте бала сағым Ниндәй тауҙар артына? Нисек юлдар табырға һуң, Шул саҡтарға ҡайтырға? Бына тағы китеп барам Бала сағым эҙенән. Өҙөлөп -өҙөлөп саҡырһам да Ҡайтмаҫһың шул яңынан. Хәтеремдә,атай менән Тауҙа көтөү көтөүҙәр. Әсәй менән ҡырға сығып Еләк - емеш йыйыуҙар. Ҡайҙа һуң һеҙ,ҡайҙаһығыҙ Атай - әсәй йәш саҡтар? Иҫкә төшә ҡарҙа аунап Сана шыуған ваҡыттар. Осрашырға саралар юҡ Киттең һиҙҙермәй генә. Бала сағым үткән юлдан Хәҙер бүтәндәр йүгерә. Ғүмер аға аҡҡан һыуҙай Кире ҡайтмаҫҡа китә. Керәм ғүмер көҙҙәремә Ҡал,күңел, бала саҡта... Зинфира Абдульманова

Сусаҡ тауым. Ике ауыл араһында Ғору...

Сусаҡ тауым. Ике ауыл араһында Ғорур баҫып тораһың. Һинең аяҡ остарында Әселекәй селтерәп ағаһың. Сусаҡ тауым,таштарыңда Кемдәр таң аттырмаған. Шатлығы ла,һағышы ла Һинең ҡаяға һыйған. Шау - гөр килеп итәгеңдә Ҡышын саналар шыуҙыҡ. Яҙын шатлыҡ -һағыштарҙы Гармун моңона һалдыҡ. Хәҙер инде шул саҡтарҙы Һағынып иҫләргә ҡалды. Сусаҡ тауым,йәшлек тауым Башҡаларға һин ҡалдың. Зинфира Абдульманова

ҠАЙТ,ЙӘШЛЕГЕМ. Ваҡыттарҙы туҡтатаһы...

ҠАЙТ,ЙӘШЛЕГЕМ. Ваҡыттарҙы туҡтатаһы ине Ашыҡмасы,ғүмер,үтергә. Йәшлектәргә бер ҡайтаһы ине Елдереп тә толпар аттарҙа. Эх,йәшлегем һин,дәртле йәшлегем Тороп ҡалдың томан артында. Ярһып килгән яҙҙар,айлы кистәр Тыуған яҡтар һәр саҡ хәтерҙә. Көт һин мине,көт һин,тыуған яғым Ҡайтырмын мин һиңә әйләнеп. Йүгереп барыр инем йәшлегемә, Һағынамын һине өҙөлөп. Зинфира Абдульманова.